+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Июль , 19:50

Алһыу Минәзова тағы беренсе!

Алһыу Минәзова Мәскәү өлкәһенең Богородск ҡалаһында «Иң көслөләр кубогы» Бөтә Рәсәй старттарында ҡатнашып, ишкәкле слалом буйынса тағы алтын миҙал яуланы. 

Алһыу Минәзова тағы беренсе!
Алһыу Минәзова тағы беренсе!

Спортсылар тәүге тапҡыр ишкәкле слаломдың "спринт-уҙыш" тигән төрөндә ярышты. 

Алһыу Минәзова ҡатын-ҡыҙҙар араһында каноэла яңғыҙ йөрөүҙә беренсе булды. Ул Илеш районында 1998  йылда тыуған. 2011 йылда Өфөлә ишкәкле слалом менән шөғөлләнә башлай. Әле Мәскәү өлкәһендә. Бер нисә тапҡыр донъя, Европа, Рәсәй беренселеге еңеүсеһе һәм призеры булды. Токиола уҙған олимпиадала ҡатнашты. Рәсәй чемпионы.

Фото: БР Спорт  министрлығы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: