Программала 40-тан ашыу сара ҡаралған, уларҙың күбеһе Көрәш һарайында уҙасаҡ. Форум барышында ҙур объекттар – Фехтование үҙәге, Ишеү слаломы комплексы, "Амфибия" спорт үҙәге асыласаҡ.
Әлбиттә, "түңәрәк өҫтәл"дәр, пленар сессиялар, семинарҙар ҙа үтәсәк. Мәҙәни программала иһә – 15 сара.
Быйылғы форумға 100 илдән 5 мең тирәһе кеше килеүе көтөлә.
Фото: vk.com.