+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Октябрь , 09:46

Донъя чемпионатында еңеү

Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан Илһөйәр һәм Регина Сәйфетдиновалар грэпплинг спорт көрәше буйынса Астанала үткән донъя чемпионатында алтын һәм бронза миҙал яулаған. Был турала Башҡортостандың Грэпплинг спорт көрәше федерацияһы хәбәр итә. Ҡотлайбыҙ!

Донъя чемпионатында еңеү
Донъя чемпионатында еңеү

Чемпионатта донъяның 30 иленән төрлө йәштәге 1 мең 300 спортсы ҡатнаша. Башҡортостандың йыйылма командаһы ағзалары үҙҙәренең оҫталығы менән күптәрҙе хайран ҡалдырған һәм миҙалдарға лайыҡ булған. 

Өфөнән Алһыу Ғәлиева – I, Гаджи Гусейнов – II, Ильяс Алмакаев, Даниил Матвеев III урын алған. Шулай уҡ Стәрлетамаҡтан Денис Мырҙаҡаев бронза миҙал яулаған. Алһыу ике алтын миҙалға лайыҡ булған.

Башҡортостандың Грэпплинг федерация белдереүенсә, Астаналағы ярыш төбәк командаларының да донъя кимәлендә уңышлы сығыш яһай алыуын иҫбатланы. Яҡташтарыбыҙҙың яҡшы һөҙөмтәләре Башҡортостандың Рәсәй грэпплингында ныҡлы алдынғы урын биләүен күрһәтте.

Ә Бөрйән ҡыҙҙарының еңеүе айырыуса шатлыҡлы. Барыһы ла спортсыларҙың ныҡышмалылығынан һәм, әлбиттә, тренерҙары оҫталығынан торалыр. Әйткәндәй, миҙал яулаған йәш спортсыларҙың остаздары – Нур Усманов, Ислам Иҙрисов, Аделина Мырҙабаева, Ринат Алмакаев, Арсен Зинәтуллинды ла донъя кимәлендәге ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Фото:vk.com.

Донъя чемпионатында еңеү
Донъя чемпионатында еңеү
Донъя чемпионатында еңеү
Донъя чемпионатында еңеү
Донъя чемпионатында еңеү
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: