+20 °С
Дождь
VKOKМакс
Спорт
16 Октября 2024, 04:45

100 илдән спортсылар киләсәк

Өфөлә 17 – 19 октябрҙә XII "Рәсәй – спорт державаһы" Халыҡ-ара спорт форумы уҙа.

100 илдән спортсылар киләсәк100 илдән спортсылар киләсәк
100 илдән спортсылар киләсәк

Унда донъяның 100 иленән 5 меңдән ашыу ҡунаҡ киләсәк. Мөһим форумда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың да ҡатнашыуы көтөлә.

Фестиваль Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгән йылда беҙҙә үтеүе менән дә иҫтәлекле. Башҡортостанда бындай ҙур спорт сараларын ойоштороу өсөн шарттар тейешле кимәлдә. Республикабыҙ спорт ҡоролмалары һаны буйынса илдә Мәскәүҙән генә ҡалышып, икенсе урынды биләй.  

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас