+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Спорт
3 Декабрь 2024, 05:58

Спортсыларға айлыҡ стипендия түләнәсәк!

Башҡортостандың йыйылма командаһына ингән спортсыларға ай һайын стипендия түләнәсәк. Уҡыусыларға ла!

Спортсыларға айлыҡ стипендия түләнәсәк!Спортсыларға айлыҡ стипендия түләнәсәк!
Спортсыларға айлыҡ стипендия түләнәсәк!

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров 2 декабрҙә ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйған.

Документ менән үҙегеҙ танышып сыға алаһығыҙ: https://npa.bashkortostan.ru/44245/

Рәсәй, Европа, донъя күләмендә республикабыҙ данын яҡлап, төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа миҙалдар яулаған балалар һәм үҫмерҙәр, шулай уҡ өлкәндәр өсөн шатбыҙ. Ваҡытында тейешле документтарҙы тапшырып, стипендия юларға ғына кәрәк инде. Был турала ҡарарҙа ентекле яҙылған.

Фото: sport.bashkortostan.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас