+1 °С
Облачно
VKOKМакс
Спорт
7 Февраля 2025, 10:12

Зөлфиргә уңыш теләйбеҙ!

8 февралдә Өфөнөң Көрәш һарайында ишетеү һәләте боҙолған спортсыларҙың Бөтә Рәсәй Ҡышҡы спортакиадаһын асыу тантанаһы була.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Зөлфиргә уңыш теләйбеҙ!Зөлфиргә уңыш теләйбеҙ!
Зөлфиргә уңыш теләйбеҙ!

"Беҙ бергә. Спорт" ярышына илдең 30 төбәгенән 800-ҙән ашыу спортсы ҡатнашасаҡ. Башҡортостандан – 30 кеше. 

Араларында тау саңғыһы спорты буйынса беренселек өсөн көрәшәсәк Зөлфир Зәйнуллин да бар. Ул – Әбйәлил районы Рысҡужа ауылынан. Өфөләге махсус коррекция интернат-мәктәбендә тәрбиәләнә, һуңынан күп профилле колледжда тренерға уҡый. 

Зөлфир – ете йәшенән саңғыла. 2024 йылда ғына ул Рәсәй кубогына ярышта дүрт алтын миҙалға лайыҡ булғайны. Ныҡыш егеткә был юлы ла уңыш йылмайһын!

Фото: okcdn.

Зөлфиргә уңыш теләйбеҙ!
Зөлфиргә уңыш теләйбеҙ!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас