Башҡортостан йыйылма командаһы составында Ишембай, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 35 ҡыҙ һәм малай ҡатнашып, 11 миҙал яуланылар.
Милана Хазеева 11 йәшкә тиклемгеләр араһында ике алтын миҙал алды. Софья Степанова (14 йәшкә тиклемгеләр) бер бронза һәм ике көмөш миҙалға лайыҡ булды. Икеһенең дә тренеры — Янис Сафин.
Розалина Яушева һәм Дарья Степанова 9 йәшкә тиклемгеләр араһында икенсе урын алды. Розалина ике көмөш миҙал яуланы. Тренерҙары — Ринат Рысаев ("Башҡортостан" үҙәк шашка клубы).
9 йәшкә тиклемге малайҙар араһында Егор Сарбашев менән Булат Сөләймәнов III урынға лайыҡ булған. Глеб Порошин 14 йәшкә тиклемгеләр араһында көмөш миҙал алған.
Рәсәй беренселегендә илдең 39 төбәгенән 300 шашкасы ҡатнашҡан, уларҙың 69-ы — спорт мастерлығына кандидат.
Фото: sport.bashkortostan.