+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Спорт
3 Апрель 2025, 10:43

Хәйбуллала – биатлон

Аҡъярҙа туристик биатлон буйынса ярыш үтте.

Хәйбуллала – биатлонХәйбуллала – биатлон
Хәйбуллала – биатлон

Уны беренсе тапҡыр Балалар ижады йорто ойошторҙо. Туристик биатлонда ҡатнашыр өсөн өс команда йыйылды. Балалар урамда һәм бина эсендә һынау үтте.

Ярыш йомғаҡтары буйынса ҡатнаш команда өсөнсө урынды яуланы, Подольск ауылы мәктәбе командаһы – икенсе, Балалар ижады йорто командаһы беренсе урынды биләне.
"Иң мәргән ҡатнашыусы" номинацияһында Ғәзим Рамазанов, Айгүзәл Килдебаева һәм Гүзәл Хәмәтшина билдәләнде.
Бөтә ҡатнашыусыларға ла Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Афарин, балалар!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас