"3D" дисциплинаһында - бронза һәм 50 метрлыҡ дистанцияла (ҡырғыҙ мишене) көмөш миҙал яуланы. Батырханды һәм уның тренеры Фәим Ғайсинды ихлас ҡотлайбыҙ!
Әйткәндәй, халыҡ-ара турнирҙа Рәсәйҙән, Ҡырғыҙстандан һәм Ҡаҙағстандан бөтәһе 69 спортсы ҡатнашҡан. Тағы бер яҡташыбыҙ Хөрмәт Таһиров 3D ярышында көмөш миҙал алған. Афарин!
Дөйөм алғанда Рәсәй йыйылма командаһы бөтәһе 18 миҙал яулаған.
Фото: com.