Спорт
21 Августа 2025, 10:15

Афарин, Гүзәл!

Гүзәл Буранғолова Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында 16-17 йәшлек үҫмерҙәр араһында үткән Халыҡ-ара традицион уҡтан атыу ярышында II урын яулаған.

Афарин, Гүзәл!Афарин, Гүзәл!
Афарин, Гүзәл!

Гүзәл быйыл Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһын тамамланы. Бишбүләк районы Ҡаныҡай ауылы ҡыҙы. Мәргән ҡыҙҙың тренеры - Рәйес Низаметдинов.

Гүзәлде ҙур еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ! 

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас