-14 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Август 2025, 13:49

Зарина Исламова тағы еңеү яуланы

Рәсәй һәм донъя чемпионы Зарина Исламова Бангкокта муай-тай буйынса уҙған турнирҙа иң көслөһө булып танылды.

Зарина Исламова тағы еңеү яуланы
Зарина Исламова тағы еңеү яуланы

Сибай ҡыҙы Таиланд спортсыһы Sanehjanны еңде. 

Ҡыҙ алышҡа башҡорт бүреген һәм өләсәһе үҙ ҡулдары менән яһаған селтәрҙе тағып сыҡҡан. Шул рәүешле Зарина башҡорт милләтен, милли кейемен донъяға таныта. "Был образ минең өсөн көс һәм наҙлылыҡты, ышаныс һәм ихтыяр көсөн сағылдыра. Мин Башҡортостандан булыуым менән ғорурланам", - тип яҙа Зарина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Йәш спортсыны ихлас ҡотлайбыҙ!

Фото: vk.com/zzzarinaisl

Зарина Исламова тағы еңеү яуланы
Зарина Исламова тағы еңеү яуланы
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас