-14 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Сентябрь 2025, 15:12

Йәш чемпион

Дуҫтар, 7 йәшлек йәш шахматсы Марсель Гатиндың исемен иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ. Өс йәшенән ошо спорт төрө менән шөғөлләнә башлаған малай Башҡортостан чемпионы исемен йөрөтә. 

Йәш чемпион
Йәш чемпион

 Туғыҙ йәшкә тиклемге малайҙар араһында Красноусол ҡасабаһында уҙған республика беренселегендә алтын миҙал һәм кубок яулап, Башҡортостан чемпионы булғайны.

Ырымбурҙа шахмат мәсьәләләре сисеү буйынса Волга буйы федераль округы беренселегендә еңеүсе булды. 50 мөмкинлектән 49 мәрәй йыйып, оҫталығын күрһәтте йәш шахматсы.

 – Уйын ғына түгел, ә логик фекерләргә, ҡарарҙар ҡабул итергә, түҙемлеккә өйрәтеүсе сәнғәт ул шахмат, – ти Марсель. Ул республиканың «Толпар» шахмат клубында шөғөлләнә. Биш йәшендә Башҡортостанда тәүге булып, беренсе үҫмерҙәр разрядын ала.

Өфө малайына спорт өлкәһендә һәм уҡыуында артабан да ҙур уңыштар юлдаш булһын!

Фото: marselgatin.

 

Йәш чемпион
Йәш чемпион
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас