-14 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Сентябрь 2025, 12:35

Күсмә кубок – йәнә килмәктәрҙә!

Сораман ауылында матур йола бар: инде өсөнсө йыл рәттән ауыл халҡы һәм депутат Илһам Ансар улы Хәйруллин башланғысы менән унда мини-футбол буйынса район турниры уҙа. “Тиләү кубогы-2025" тип аталған бәйге быйыл махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә бағышланды.

Күсмә кубок – йәнә килмәктәрҙә!
Күсмә кубок – йәнә килмәктәрҙә!

Турнирҙы район администрацияһы вәкиле Гүзәл Лиант ҡыҙы Хисаметдинова асып, ойоштороусыларға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Шағирә Зилә Ғәлләмова яугирҙарға арналған ижад емеше менән бүлеште.

Тәбиғәт тә моңһоу ине: быға тиклем көндәр сыуаҡ торһа ла, тап турнир башланыуға ямғыр һибәләргә тотондо. Шулай ҙа футболсылар быға ҡарап торманы, һәр кем призлы урын өсөн көрәште. Ҡобағош, Ҡоҙаш, Ҡорама, Ҡотой, Килмәк, Озерный, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Сәфәр, Учалы ауылдарынан һәм Уральск ҡасабаһынан килгән командаларҙың һәр ҡайһыһы яҡшы әҙерләнгәйне. Сорамандың үҙенән ике команда ҡатнашты.

– Мини-футбол буйынса турнир үткәреү идеяһы барлыҡҡа килгәс, ауыл халҡы уны дәррәү күтәреп алды. Ағинәйҙәр, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, активистар йыл һайын байрамды ойоштороуҙа ярҙам итә, халыҡ матди ярҙам да күрһәтә. Маҡсатыбыҙ – сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, балалар һәм үҫмерҙәрҙе спортҡа йәлеп итеү, Учалы районы футбол командаларының оҫталыҡтарын күтәреү. Ошо ауылдан сыҡҡан яҡташтарыбыҙ – махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булыусылар – футбол яратты, үткән турнирҙарҙа ла ихлас уйнаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер улар беҙҙең менән юҡ. Батырҙарыбыҙ исемен мәңгеләштерергә бурыслыбыҙ, – ти Сораман йыйылма командаһы капитаны Рушан Ҡәләмов.

Һөҙөмтәлә, призлы урындарҙы Килмәк, Озерный һәм Ҡорама футболсылары яуланы. Уларға – аҡсалата бүләк, ә төп еңеүсегә күсмә кубок та тапшырылды. Килмәктәр оҫталыҡтарын быйыл да иҫбат итте, алдан да еңгәйнеләр бит. Йәнә турнирҙың иң яҡшы уйынсылары билдәләнде.

Матур йола артабан да дауам итһен, афарин, учалылар!

Күсмә кубок – йәнә килмәктәрҙә!
Күсмә кубок – йәнә килмәктәрҙә!
Күсмә кубок – йәнә килмәктәрҙә!
Күсмә кубок – йәнә килмәктәрҙә!
Күсмә кубок – йәнә килмәктәрҙә!
Күсмә кубок – йәнә килмәктәрҙә!
Күсмә кубок – йәнә килмәктәрҙә!
Күсмә кубок – йәнә килмәктәрҙә!
Күсмә кубок – йәнә килмәктәрҙә!
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас