-14 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ноябрь 2025, 11:22

"Ярыштар түләүһеҙ булырға тейеш"

Быйыл "Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара спорт форумы Самарала уҙа. Физкультура һәм спорт буйынса Президент советы буйынса ултырышы балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә арналды.   

"Ярыштар түләүһеҙ булырға тейеш"
"Ярыштар түләүһеҙ булырға тейеш"

Рәсәй Президенты Владимир Путин, һәр балаға спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген булдырырға кәрәк, улар физкультураны баһалап, сәләмәт йәшәү рәүеше уңышлы киләсәк нигеҙе икәнен аңлап үҫһен, тип белдерҙе. Ил етәксеһе бөтә төбәктәрҙә лә популяр спорт төрҙәре буйынса мәктәп спорт лигалары булырға тейеш, тип иҫәпләй.

Шулай уҡ ата-әсәләрҙән ярыштарға взнос түләтеүҙе бөтөрөргә ҡушты. Разряд алыу буйынса, һайлап алыу турҙары түләүһеҙ булырға тейеш. Был турала Владимир Путин былтыр Өфөлә уҙған "Рәсәй - спорт державаһы" форумында ла: "Мин спорт менән әүҙем шөғөлләнгән осорҙа шулай бөтә нәмәгә түләргә кәрәк булһа, самбо һәм дзюдо буйынса Советтар Союзының спорт мастеры нормативын үтәй алмаҫ инем", - тип әйткәйне.

Фото: rg.ru.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас