-14 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Ноябрь 2025, 14:32

"Йәйғор" II урын алды

10 йылдан ашыу Башҡортостандың баш ҡалаһында йөҙҙәрсә баланы һәм өлкәндәрҙе йәлеп иткән сағыу сара ойошторола.

"Йәйғор" II урын алды
"Йәйғор" II урын алды




2025 йылдың 23 ноябрендә Өфөнөң «Динамо» спорт комплексында СӘЛӘМӘТ йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында «Вираж» спорт клубы ойошторған «PRO ЧИР» асыҡ фестивале үтте. 

Быйыл 350 бала ҡатнашты! Спорт ярыштарына Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренең, мәктәп, спорт клубтары уҡыусыларының, уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең 43 командаһы килгәйне.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Фестиваль бик күп сағыу хистәр һәм тәьҫораттар бүләк итте.
Өфө районы Зубово ауылының "Белем" мәғариф үҙәгенән "Йәйғор" командаһы II урын алды. Афарин, балалар!


Гөлнара ТЕМИРОВА.

"Йәйғор" II урын алды
"Йәйғор" II урын алды
"Йәйғор" II урын алды
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас