Тәүге ярыштарҙа Николай Валуев исемендәге бокс мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Алина Муллағолова еңеүгә өлгәшеп, Рәсәйҙең спорт мастеры нормативын үтәгән. Тренеры - Алишер Насилобеков.
Алина тәүҙә кикбоксинг менән шөғөлләнгән, илдең спорт мастеры. Боксҡа күсеүенә дүрт йыл икән. "Динамо" йәмғиәтенең 100 йыллығына арнап Волгоградта ойошторолған Бөтә Рәсәй ярышы еңеүсеһе булған.
Был турала "Башинформ" хәбәр итә.
Алинаға тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләйбеҙ.
Фото: bashinform.