– Затондағы «Спорт әҙерлеге үҙәге»нә көн һайын күнекмәләргә йөрөйөм, ярыштарға әҙерләнәбеҙ. 2013 йылдан алып тренерым – Рөстәм Дияҡаев. Үкенескә ҡаршы, коронавирус арҡаһында донъя, Рәсәй чемпионаттары туҡтатылды.
– Бөтәһе лә күнекмәләрҙән тора. Дәғүәселәр бер үк, бөгөн еңдең икән, иркенләп китергә түгел, сөнки ул да һине еңергә тырыша. Чемпион булыуға ҡарағанда, был исемде һаҡлауы ауырыраҡ, тип әйтәләр бит. Тимәк, һәр ярышҡа ныҡлап әҙерләнергә кәрәк.
– Әйткәндәй, һин юғары уҡыу йортонда ниндәй һөнәргә уҡының?
– Башҡорт дәүләт университетының физика-математика институтында бакалавриаттан һуң Башҡорт дәүләт аграр университетының агротехнология һәм урман хужалығы факультетында магистратура тамамланым. Хәҙер әрме хеҙмәтен үтәү теләге менән йөрөйөм.
– Тағы ниндәй яратҡан шөғөлдәрең бар?
– Ауылда күп кенә йылҡы малы тотабыҙ, атты егеп тә, һыбай ҙа йөрөргә яратам. Тағы техника менән булыу оҡшай, трактор ватылһа, үҙебеҙ эшләп ҡуябыҙ. Әле үҙизоляция ваҡытында ауылда булдым.
– Уҡыусыларға, йәш спортсыларға ниндәй теләк-кәңәштәрең булыр?
– Хәҙер үҫмерҙәр, йәштәр араһында спортҡа килеүселәр һирәк. Кальян тартып йөрөү йүнлегә алып бармай ул, спорт менән шөғөлләнегеҙ, тиер инем. Бәләкәйҙән ялҡауланмаҫҡа, һайлаған спорт төрө менән ныҡлап шөғөлләнергә кәрәк. Танылған спортсы булыуҙың ыңғай яҡтары күп, һин белмәгән кешеләр ҙә үҙеңде танып, ярҙам итергә әҙер тора.
– Ихлас яуаптарың өсөн рәхмәт, Артур. Яҡынлашып килгән тыуған көнөң менән!
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.
5 Июнь, 2020 йыл."Йәншишмә" гәзите.