-14 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Ғинуар , 13:18

Ағайым хоккей ярата

Ике туған ағайым Бакир Зиязетдинов Дүртөйлө ҡалаһында йәшәй, VII синыфта уҡый.

Ағайым хоккей ярата
Ағайым хоккей ярата

Бик тырыш, аҡыллы, уңған егет ул: намаҙ уҡый, ураҙа тота, мәсеткә йөрөй, уҡыуҙа ла һы натмай. Спорт менән ихлас шөғөлләнә. Ата-әсәһенә терәк-таяныс, ҡустыһына, ике һеңлеһенә яҡшы ағай. Ул биш йәшендә конькиға баҫа, хоккей менән мауыға башлай. Уҡырға барғас, хоккей секцияһында шөғөлләнә һәм мәктәбенең «Колосок» исемле командаһында һөжүмсе булып китә.

Дүртенселә уҡығанда уны Татарстан Республикаһының Аҡтаныш ауылында урынлашҡан һәләтле балалар өсөн гуманитар интернат-гимназияға уҡырға саҡыралар. Әле ағайым унда хоккей менән ныҡлап шөғөлләнә һәм ҡапҡасы булып уйнай. «Иң шәп ҡапҡасы», «Иң яҡшы уйынсы» кеүек грамоталары, кубоктары бик күп. Ул киләсәктә лә үҙенең тормошон был спорт төрө менән бәйләргә уйлай. Бакир ағайымдың барлыҡ уй-хыялдары тормошҡа ашһын. Мин уның менән сикһеҙ ғорурланам һәм бик яратам.

Аиша ИСЛАМҒОЛОВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Ағайым хоккей ярата
Ағайым хоккей ярата
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас