-14 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Ғинуар , 14:09

Башҡорт егете Марат Хөснөтдинов - хоккей тарихында

Милли хоккей лигаһының «Бостон Брюинз» командаһы һөжүм итеүсеһе Марат Хөснөтдинов сираттағы уйында «Нью-Йорк Рейнджерс» ҡапҡаһына дүрт гол индереп, дан яуланы. "Башҡортмон. Олатайым менән өләсәйем Башҡортостанда йәшәй, улар янына йылына бер барып йөрөйөм", - ти ул интервьюһында.  

Башҡорт егете Марат Хөснөтдинов - хоккей тарихында
Башҡорт егете Марат Хөснөтдинов - хоккей тарихында

Марат Мәскәүҙә тыуған. Дүрт йәшенән конькиға баҫып, бәләкәйҙән хоккей менән шөғөлләнә башлаған.

Шулай итеп, 23 йәшлек Марат Азамат  улы бер матчта дәғүәсе команда ҡапҡаһына дурт гол индереп, беренсе башҡорт покеры булып танылды, исеме хоккей тарихында яҙылды. 

Ғорурланабыҙ һәм тағы ла ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ!

Фото: yandex.

Башҡорт егете Марат Хөснөтдинов - хоккей тарихында
Башҡорт егете Марат Хөснөтдинов - хоккей тарихында
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас