-14 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Февраль , 10:29

Тәнзилә Исраилова - тағы еңеүсе

Белорет ҡалаһынан тау саңғысыһы Тәнзилә Исраилова - өс тапҡыр Рәсәй чемпионы! Ул Красноярск ҡалаһында үткән ярышта тағы алтын миҙал яуланы.

Тәнзилә Исраилова - тағы еңеүсе
Тәнзилә Исраилова - тағы еңеүсе

Был турала Башҡортостан Республикаһының вице-премьеры, спорт министры Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. Ҡыҙ "параллель слалом" буйынса Ленинград өлкәһенән булған дәғүәсеһен еңгән.

Тәнзиләгә әле 19 йәш, ул - Рәсәйҙең спорт мастеры. Ҡотлайбыҙ!

Фото: rfgs.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас