Ярыш Тула өлкәһендә уҙған. Ләйсән былтыр көҙ көнө Башҡортостан беренселегендә иң көслөһө булып танылғайны. Шулай уҡ Рәсәйҙең ауыл хужалығы вуздары универсиадаһында чемпион булды.
Ҡыҙ Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый. Тренерҙары - Илмир һәм Рузил Хәбибуллиндар.
Әйткәндәй, әлеге ярышта Ләйсән Хәсәнова Рәсәйҙең спорт мастеры нормативын үтәгән. Был турала Бөрйән районы хакимиәтенән хәбәр итәләр.
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.
Фото: com.