-5 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Март , 12:54

"Президент ярыштары" башланды

Йәйге спорт төрҙәре буйынса уҡыусыларҙың "Президент ярыштары" Бөтә Рәсәй спорт ярыштары башланды.

"Президент ярыштары" башланды
"Президент ярыштары" башланды

Ул мәктәп, муниципаль, төбәк, Рәсәй этаптарынан тора. Ойоштороусылары - Рәсәйҙең мәғариф һәм спорт министрлыҡтары. Ярыштарҙа ҡала мәктәптәренән - 12, ауыл мәктәптәренән 6-шар уҡыусынан торған командалар етәкселәре менән ҡатнаша.

Программала - дүрт мотлаҡ дисциплина. Еңел атлетика, спорт күпалышы (тест), эстафеталар, теоретик конкурс. Шулай уҡ бадминтон, спорт туризмы, ижади бәйге лә ҡаралған.

2025 йылда Башҡортостанды данын Краснокама районының Ҡуян мәктәбе командаһы яҡланы. Яҡташтарыбыҙ 79 ауыл мәктәбе командалары араһында көмөш миҙалға лайыҡ булғайны.

Быйыл финал 9-29 cентябрҙә "Орленок" Бөтә Рәсәй ял үҙәгендә үтәсәк. Беҙҙең республиканан кемдәр ҡатнашыр икән?

Фото: edu.gov.

"Президент ярыштары" башланды
"Президент ярыштары" башланды
"Президент ярыштары" башланды
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас