Спорт
20 Апреля , 07:51

Беҙҙең бил бирмәҫ көрәшсебеҙ

Фотолағы егеткә: «Был кем? Ҡайҙан икән ул?» – тип ҡарайһығыҙмы? Ул – Түбәнге Йәркәй лицейының VII синыфында яҡшы билдәләргә уҡыусы Вәғиз Миңләхмәтов.

Беҙҙең бил бирмәҫ көрәшсебеҙБеҙҙең бил бирмәҫ көрәшсебеҙ
Беҙҙең бил бирмәҫ көрәшсебеҙ

Каникулда Ҡазан ҡалаһында көрәш буйынса Рәсәй беренселегендә Башҡортостан данын яҡлап, II урын алып ҡайтты. Был турнирҙа 40-тан ашыу спортсы ҡатнашты.

– Атайымдың һабантуйҙарҙа көрәшкәнен гел һоҡланып ҡарай инем, уның ке үек оҫта көрәшсе булырға теләгә немде әйткәс, ул мине спорт мәктәбенә алып барҙы, – ти Вәғиз. Бына кемдән өлгө ала егет! Уның атаһы Венер Фнүн улы – күп алыштарҙа еңеү яулаған бил бирмәҫ көрәшсе. Әсәһе Гөлшат Булат ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙам сыһы булып эшләй. Миңләхмәтовтар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Һеңлеһе Миленаға (ул Шайморатов синыфында алтынсыла уҡый, күп кенә саңғы ярыштарында еңеүсе), ҡустыһы Вәзиргә (I синыф уҡыусыһы) ҙур терәк, өлгө ул Вәғиз.

– Тренерым Илдар Зөлфәт улы Ямалиевҡа рәхмәтем сикһеҙ, бөтә күңелен биреп өйрәтә, беҙҙә бары тик яҡшы сифаттар ғына тәрбиәләй. Әйткәндәй, атайымдың да тренеры булған, – ти спортсы малай остазы тураһында. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған һәм башҡа күп кенә көрәш буйынса ярыштарҙың призёры ул.

– Вәғиз тырышлығы, айырыуса ныҡышмаллығы менән башҡа лар ҙан айырылып тора, – ти уның тураһын да тренеры Илдар Зөлфәт улы. Күнекмәләр араһында ижад үҙәгенә гармунда уйнарға өйрәнеү дәрестәренә йөрөргә лә өлгөрә ул. Математика, физика, биология фәндәрен яратыусы Вәғиз тиҫтерҙәренә: «Сәләмәт булығыҙ, спортты яратығыҙ!» – тигән теләктә.

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,

башҡорт теле уҡытыусыһы.

Илеш районы.

Беҙҙең бил бирмәҫ көрәшсебеҙ
Беҙҙең бил бирмәҫ көрәшсебеҙ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас