+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Спорт
30 Апреля , 09:42

"Сатраш"та кемдәр еңде?

Башҡортостан шашкасылары менән данлыҡлы. Донъя чемпиондары Тамара Танһыҡҡужина, Айнур Шәйбәков, Айгөл Идрисова һәм башҡалар менән ғорурланабыҙ.

"Сатраш"та кемдәр еңде?"Сатраш"та кемдәр еңде?
"Сатраш"та кемдәр еңде?

Республика балалары араһында ла был спорт төрөн үҫтереүҙә күп эштәр башҡарыла. Быйыл “Башҡортостан” үҙәк шашка клубы Рәсәй шашка федерацияһының Башҡортостан бүлексәһе менән берлектә “Урыҫ шашкаһы буйынса “Cатраш” балалар спорты фестивале” проектын тормошҡа ашыра. Етәксеһе – Гөлназ Әүхәҙиева. Был проект былтыр Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеп сыҡҡан.

Апрель аҙағында Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында уның буйынса “Буласаҡ чемпиондар кубогы”ның республика финалы уҙҙы. Ярышҡа балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре лә йәлеп ителгән. Дөйөм алғанда, “Сатраш” проектында меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай ҡатнашҡан. Февралдә башланған һайлап алыу турҙары 20-нән ашыу төбәктә ойошторолған. Республика кимәлендә Әлшәй, Баймаҡ, Баҡалы, Бүздәк, Иглин, Ҡалтасы, Мәсетле, Салауат, Өфө райондарынан, Ағиҙел, Благовещенск, Баймаҡ, Ишембай, Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан балалар баҡсалары һәм мәктәптәр командалары – 14 йәшкә тиклемге 258 бала көс һынашты.

Кескәйҙәр араһында райондар буйынса Бүздәктәге 7-се балалар баҡсаһы командаһы (Илназ Әлимбәков, Эмир Үлмәҫҡолов, Айлина Байтирәкова, Илария Рәхимҡолова) еңеүсе булды. Ҡалалар араһында иң-иңдәре ишембайҙар (Марк Маслов, Иван Мараховский, Виктория Степанова һәм Аиша Акубакова). Шәхси иҫәптә лә еңеүселәр асыҡланды.

 Иң яҡшы мәктәп командаһы булып Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназия командаһы танылды (Руслан Исламғолов, Кирилл Ларин, Арина Максимова, Розалина Яушева). Ауылдар араһында Баймаҡ районы 1-cе Төркмән мәктәбенә етеүсе булманы. Командала – Фаягөл Фәтхетдинова, Салауат Рәсүлев, Гөлфинә Хөсәйенова, Миләүшә Яҡупова.

Уҡыусылар араһында капитандар таҡтаһында Ишембайҙағы 1-се мәктәптән Глеб Порошин I урын яуланы. 2-cе, 3-сө, 4-се таҡталарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт интернат-гимназияһынан Самира Хәсәнова, Ишембайҙағы 12-cе лицейҙан Арыҫлан Ғәниев, Өфөләге Ғази Заһитов исемендәге 65-cе татар гимназияһынан Асия Мостафина яуланы.

Балаларҙы шашка уйынына йәлеп итеүсе, еңеүҙәргә дәртләндереүсе тренерҙары маҡтауға лайыҡ. Ул бит логик фекерләүҙе, хәтерҙе, иғтибарлылыҡты, анализлау һәләтен үҫтерә. Түҙемлелеккә, ныҡышмаллыҡҡа өйрәтә. Ә былар белем алғанда ла бик кәрәкле сифаттар.

Был ярыш ваҡытында балалар республикабыҙҙың шашка оҫталары менән дә осрашты. Кескәйҙәр иһә халыҡ-ара гроссмейстер Елена Мильшинанан приздар алды. Һәр еңеүсегә һәм призерға миҙал, грамота, бүләктәр тапшырылды.

Проектты ойоштороусылар киләсәктә республиканың ҡалған район-ҡалалары балаларын да шашка уйынына ылыҡтырыу буйынса матур эштәрен дауам итәсәктәрен белдерҙе. 

Фото: https://vk.ru/shkbashkortostan 

 

"Сатраш"та кемдәр еңде?
"Сатраш"та кемдәр еңде?
"Сатраш"та кемдәр еңде?
"Сатраш"та кемдәр еңде?
"Сатраш"та кемдәр еңде?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас