+16 °С
Дождь
VKOKTelegram
Спорт
1 Июня , 12:19

София - Европа чемпионы!

2026 йылдың майында Болгарияның Варна ҡалаһында үткән Европа чемпионатында Өфө ҡыҙы София Илтерәкова алтын һәм бронза миҙалдар яуланы. 

Ҡыҙҙы спортҡа атаһы, йөҙөү буйынса Башҡортостан чемпионы спорт Алексей Илтерәков алып килә. Башта ул ҡыҙын йөҙөү спортына бирергә теләһә лә, София гимнастиканы һайлай. Спорттағы тәүге аҙымдарын ул Өфөлә, Елена Барсукова исемендәге үҙәктә, тренеры Земфира Моратова етәкселегендә яһай. Һуңынан ул Мәскәүгә күсә, хәҙерге көндә тренеры — Наталья Глемба.

София күптәрҙе үҙенең үҫмерҙәр араһындағы ҡаҙаныштары менән таң ҡалдыра. Ул БРИКС уйындары чемпионы, БДБ илдәре уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы, шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

15 йәшлек яҡташыбыҙҙы ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла ҙур уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас