+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Спорт
13 Июля , 09:53

Полина - спорт гимнастикаһы буйынса еңеүсе!

Рәсәй уҡыусыларының XIII йәйге спартакиадаһы финалы бара. Унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән иң шәп йәш спортсылар ҡатнаша. Спартакиада улар өсөн ҙур спортҡа мөһим аҙым булып тора.

Полина - спорт гимнастикаһы буйынса еңеүсе!Полина - спорт гимнастикаһы буйынса еңеүсе!
Полина - спорт гимнастикаһы буйынса еңеүсе!

Финал ярыштары Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә бара. Уҡыусылар барлығы 51 спорт төрө буйынса ярыша. 

Өфөләге Гимнастика үҙәгендә спорт гимнастикаһы буйынса уҙған ярышта Стәрлетамаҡтан 14 йәшлек Полина Дмитриева Рәсәй беренселеге еңеүсеһе булды. Был турала вице-премьер, спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте. Ҡыҙ конкурстан тыш ҡатнашҡан һәм  күпалышта 54,999 балл йыйып, Рәсәйҙең абсолют чемпионкаһы Анна Калмыкованы уҙып киткән. Афарин. "Беҙҙә бындай һөҙөмтә булғаны юҡ ине, тиҙҙән спорттың ошо йүнәлешендә тәүге олимпия миҙалы алыуға ла өмөтләнәбеҙ", - ти Руслан Хәбибов.

Спорт гимнастикаһы буйынса ярышта илебеҙҙең 32 төбәгенән 134 иң көслө спортсы ҡатнашҡан.

Фото: com.

 

Полина - спорт гимнастикаһы буйынса еңеүсе!
Полина - спорт гимнастикаһы буйынса еңеүсе!
Полина - спорт гимнастикаһы буйынса еңеүсе!
Полина - спорт гимнастикаһы буйынса еңеүсе!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас