

Тағы бер алтын миҙалды команда составында күпалышта яуланы, шәхси күпалышта II урынға лайыҡ булды.
Йәш спортсы Башҡортостан йыйылма командаһының өлкән тренеры, Рәсәй йыйылма командаһы тренеры Елена Кайгулова етәкселегендә шөғөлләнә.
Әйткәндәй, Өфөлә уҙған Рәсәй уҡыусыларының XIII йәйге спартакиадаһында 14 йәшлек Полина ил беренселеге еңеүсеһе булғайны. Калугала Рәсәй чемпионатында ла, илдең абсолют чемпионкаһы Анна Калмыкованы уҙып китеп, иң-иңе булып танылды.
Йәш спортсы алдында - тағы ла мөһимерәк ярыштар. Полинаға тағы ла ҙурыраҡ уңыштар, чемпион исеме донъя кимәлендә лә яңғырауын теләйбеҙ.
Фото: vkuserphoto.