+15 °С
Дождь
VKOKМакс
Спорт
12 Сентября , 18:08

Шәп байрам булды!

Өфө районы Шамонин ауылында дүртенсегә “Алтын уҡ” фестивале үткәрелде. Уны быйыл Өфө районы хакимиәте һәм “Хыял” ойошмаһы ойошторҙо.

Шәп байрам булды!Шәп байрам булды!
Шәп байрам булды!

Исеменән үк күренеүенсә, төп иғтибар уҡсыларҙа булһа ла, иҫ киткес масштаблы итеп уйланған байрамда ниндәй генә майҙансыҡтар эшләмәне! Балалар өсөн уйындар, мәктәп уҡыусыларынан йәрминкә, сағыу концерт, “Китап” нәшриәте тәҡдим иткән баҫмалар... Гәзит-журналға яҙылыу ҙа ойошторолдо. Был байрамда дуҫтарыбыҙ тағы ла артты, барыһына ла рәхмәт.

Шулай итеп, балалар араһында иң мәргән уҡсылар кемдәр? Ә ҙурҙарҙан ҡайһы иң шәп уҡсыға Өфө эргәһендә ер участкаһы бүләк иттеләр?  Шамонин, Шмидт мәктәбе уҡыусылары ниндәй тәмлекәстәр һәм әйберҙәр һатырға килтергән? Концертта кемдәр сығыш яһаны? Барыһы хаҡында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡып белерһегеҙ!

Әйткәндәй, 2027 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыу башланды, тороп ҡалмағыҙ!

Автор фотолары.

Шәп байрам булды!
Шәп байрам булды!
Шәп байрам булды!
Шәп байрам булды!
Шәп байрам булды!
Шәп байрам булды!
Шәп байрам булды!
Шәп байрам булды!
Шәп байрам булды!
Шәп байрам булды!
Шәп байрам булды!
Шәп байрам булды!
Шәп байрам булды!
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас