

Уйылдан Нурғәли улы ике йыл элек 45 кенә йәшендә ҡапыл вафат булғайны. Иҫ киткес оло йөрәкле, ярҙамсыл хеҙмәттәштәрен коллегалары онотмай. Турнирға Өфөнән журналистар командаһы барһа, райондан йәнә өс команда ҡатнашты.
Көсөргәнешле лә, дәртле лә уйын һөҙөмтәһендә Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе волейболсылары быйыл да төп кубокты эләктерҙе. Журналистар - икенсе, район хакимиәте вәкилдәре өсөнсө булды. Ә туғандар командаһы дүртенсе урынға сыҡты.
Турнир хаҡында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Л. Мәүлитова һәм А. Нурмөхәмәтова фотолары.