

Спорт министры Михаил Дегтярёв хәбәр итеүенсә, состав Рәсәй Олимпия комитеты башҡарма комитеты ултырышында раҫланған. Командаға Мәскәү, Санкт-Петербург, Башҡортостан, Ҡабарҙы-Балҡар, Дағстандан, Курск, Воронеж һәм Волгоград өлкәләренән 13 спортсы ингән. Улар араһында Полина Дмитриева ла бар. Үҙенең тәүге халыҡ-ара турнирында уҡ ул биш миҙал яуланы, уларҙың дүртеһе - алтын, берәүһе - көмөш миҙал.
Йыйылма команда милли символика менән сығыш яһаясаҡ, ә еңеү осрағында Рәсәй гимны яңғыраясаҡ.
Уйындар 31 октябрҙә башланып, 13 ноябргә тиклем дауам итә. 14 көн буйына 2700-ҙән ашыу атлет 25 спорт төрө буйынса 153 награда тупланмаһына дәғүә итәсәк. Был Африка континентында ошондай кимәлдә ойошторолған тәүге күп төрлө спорт турниры буласаҡ.
Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru