+1 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Светофор
16 Ғинуар 2019, 16:53
Кем генә юҡ руль артында?!
Өфө ҡалаһында «Йәйәүле» профилактик операцияһы үтә. Сара водителдәрҙең дә, йәйәүлеләрҙең дә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү һәм булдырмауға йүнәлтелгән.
2018 йылда баш ҡалала 666 кеше тәгәрмәс аҫтында ҡалған, шуларҙың 40-ы һәләк булған, 661-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. 251 юл-транспорт фажиғәһендә водителдәр ғәйепле: 32 ғүмер өҙөлгән. Аварияларҙың 60 проценты тәүлектең ҡараңғы ваҡытына тура килә. Шуға ла яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙы ҡулланырға кәрәк.
Уҡыусыларға көн дә мәктәпкә барғанда юл аша сығырға тура килә. Һаҡ булһағыҙ ине, һаулығығыҙҙы, ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйып, сфетофор йәки зебра булмаған урындан юл аша йүгермәгеҙ! Тейешле урындан сыҡҡанда ла иғтибарлы булығыҙ, машина килмәүенә инанғас ҡына оло юлға аяҡ баҫығыҙ. Сөнки хәҙерге заманда кем генә руль артына ултырмай: йәйәүлеләр өсөн янған йәшел утҡа ла йән-фарман үтеп китәләр. Юлдарҙа бәлә-ҡазаһыҙ йөрөйөк.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...
"Йәншишмә"нең телеграм-каналына ҡушыл!
Ошо яҙыуға баҫһаң, бот һине шунда уҡ каналға ҡабул итәсәк.
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять