Балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында зыян күреүе борсоуға һала. Кисә генә М5 трассаһында бер ҡатын «Volkswagen» менән аварияға осрай, тәгәрмәсе шартлап, юл ситендәге металл кәртәгә барып бәрелә. Салондағы 8 йәшлек бала дауаханаға эләгә, һынған урындары бар икән, сөнки уны автокреслоға ултыртмағандар. Ә 7 йәштәгеһе, креслолағыһы, ҡурҡыу менән генә сикләнгән. Автокреслоның хәүефһеҙлек өсөн ни тиклем кәрәклеге күптән иҫбатланған бит инде. Өлкәндәр быны таныһын, аңлаһын ине.
Өфөлә булған хәл иһә бөтөнләй башҡа һыймай. Бала автомобилдә китеп барғанда салондан төшөп ҡалған! Ярай әле шәп бармаған һәм арттан машина килмәгән. Тиҙ генә сығып ала һалғандар. Әлеге лә баяғы автокреслоға ултыртмау касафаты. Атай-әсәйҙәр, әйҙәгеҙ балаларҙы штрафтан ҡурҡып ҡына түгел, ә уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн креслоға ултыртып йөрөтәйек.