+28 °С
Облачно
VKOKМакс
Светофор
14 Августа 2019, 13:46

"Иғтибар - балалар!"

Республикала 12 августан 9 сентябргә тиклем «Иғтибар – балалар!» акцияһы үтә. Ул яңы уҡыу йылы башланыр алдынан юл-транспорт ваҡиғаларын тағы ла бер тапҡыр иҫкәртеү һәм балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелә.

Сара барышында юл-патруль хеҙмәте экипаждары мәғариф учреждениеларына яҡын урындарҙа дежур итәсәк: автомобилдәрҙә автокреслоларҙы һәм хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡулланыуҙы тикшерәсәктәр. Мәктәп автобустарының техник торошона ла ныҡлы ихтибар бүленәсәк.

Атай-әсәйҙәр көн һайын урамдарҙа һәм юлдарҙа ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлау тураһында балаларының иҫтәренә төшөрөп торһон ине. Һаулығыбыҙҙы, ғүмеребеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймайыҡ.
Читайте нас