Бөтә яңылыҡтар
Светофор
18 Декабрь 2019, 18:05

Юлда һәләк булғандар

Башҡортостанда 2019 йылдың 11 айында юл-транспорт фажиғәләрендә 20 бала һәм үҫмер һәләк булған.

13-ө пассажир булараҡ, 6-һы – йәйәүле, берәүһе – велосипедсы. Балиғ булмағандар ҡатнашлығында бөтәһе 397 авария теркәлгән. 423 бала төрлө тән йәрәхәттәре алған. Был турала республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов үҙенең блогында яҙған.
Ул шулай уҡ республикала «Иғтибар: балалар!» профилактик акцияһы башланыуы тураһында хәбәр итә. Тиҙҙән ҡышҡы каникул етә бит, балалар күп ваҡыттарын урамда үткәрәсәк. Водителдәр ҙә, ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәре лә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен ине. Ҡараңғы ваҡытта йәйәүлеләрҙең кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булырға тейеш икәнен онотмағыҙ. Атай-әсәйҙәр оҙон юлға сығыр алдынан һауа торошон, буранды, боҙлауыҡты иғтибарға алһын ине.
Читайте нас: