+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
31 Ғинуар 2020, 00:20

Өҙөлмәһен юлда ғүмерҙәр

2019 йылда Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларында 23 баланың ғүмере өҙөлгән.

Тотош бер синыф уҡыусылары һәләк булған, тигән һүҙ бит был. 2018 йыл менән сағыштырғанда, 9,5 тапҡырға күберәк. Балалар ҡатнашлығында бөтәһе 438 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа күпме ҡыҙ һәм малай йәрәхәтләнгән?! Үҙҙәренең һаҡланмауы сәбәпле, юл аша сыҡҡанда ла машинанан тапалалар. Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында тәгәрмәс аҫтында ҡалыу осраҡтарының күбеһендә кейемдәрендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булмаған. Зинһар, юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Юл аша рөхсәт ителгән урындарҙан, светофорҙың йәшел утына, һаҡ ҡына сығығыҙ. Бәләкәстәр автокреслоларҙа ғына йөрөргә тейеш. Өҙөлмәһен юлда ғүмерҙәр!
Читайте нас: