+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
20 Май 2020, 12:04

Республикабыҙҙа «Иғтибар – балалар!» акцияһы башланды

Социаль селтәрҙәрҙә балалар ҡатнашлығында килеп сыҡҡан юл фажиғәләрен кәметеү маҡсатында ойошторолған иҫкәртеү сараһының башланыуы хаҡында республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов хәбәр итә.

Иҫкәртеү акцияһы белем биреү учреждениелары менән берлектә ойошторола. Уның барышында балаларҙы юлда йөрөтөүгә ҙур иғтибар бүленәсәк. Дистанцион курстар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса онлайн-дәрестәр ойошторола. Акция 5 июнгә тиклем дауам итәсәк.
Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, республикабыҙҙа һуңғы дүрт айҙа балиғ булмағандар ҡатнашлығында 86 юл фажиғә осрағы теркәлгән, дүртәүһе һәләк булған, 87-еһе йәрәхәтләнгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы күп осраҡта Өфө, Октябрьский, Салауат, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, тағы ла Иглин, Дыуан райондарында теркәлә. Өфө һәм Белорет райондарында балаларҙың йәрәхәтләнеү осраҡтары күп күҙәтелә.
Читайте нас: