Автомобилдә йөрөткәндә 7 йәшкә тиклемге кескәйҙәрҙе мотлаҡ автокреслоға ултыртырға тейештәр. Әммә өлкәндәр быға етди ҡарамай. Һөҙөмтәлә бәләкәстәр зыян күрә. Кисә Өфөлә ике автомобиль бәрелешеп, ете йәшлек бер бала хатта салондан сығып осҡан. Ғөмүмән, машиналағы өс бала һәм әсәләре - береһе лә ҡайышын дә эләктермәгән, махсус автокреслоға ла ултыртылмаған булған, бөтәһе лә дауаханаға оҙатылған. Атай-әсәйҙәр балаларының, үҙҙәренең һаулығына яуаплыраҡ ҡараһын ине.