+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
2 Июнь 2020, 16:41

Баш ҡалала "Хәүефһеҙ юл. Йәй.2.0" акцияһы башланды

Өфө ҡала хакимиәте ЮХХДИ менән берлектә 1 июндән 15 июлгә тиклем "Хәүефһеҙ юл. Йәй.2.0" акцияһын үткәрә.

Сара барышында юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүенә ҡағылышлы "Йәш йәйәүле", "Йәш велосипедсы" тигән профилактик рейдтар ойоштораласаҡ. Уҡыусылар өсөн онлайн форматта конкурстар үтәсәк. "Минең яңы юл билдәһе" тигәнендә үҙең ижад иткән әҫәрҙе башҡарырға кәрәк. Балалар асфальтҡа һүрәт төшөрөү челлендж-марафонында, "Беҙ юл хәүефһеҙлеге өсөн" квест-уйынында ҡатнаша аласаҡ.
Бөтә водитель, йәйәүле, пассажирҙар, ата-әсәләр социаль селтәрҙәрҙә ойошторолған "Велоактив" тигән флешмоб һәм "Колесо удачи" видеороликтар конкурсында ҡатнашырға саҡырыла. Бының өсөн велосипедта йөрөгәндә нисек хәүефһеҙлек сараларын күреүегеҙ, велосипедтың Рәсәйҙә һәм донъяла килеп сығыу тарихын, уның төҙөлөшө, нисек яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар ҡулланып, бүтәндәргә өлгө күрһәтеүегеҙ тураһында һөйләгеҙ. #БезопасныйпутьЛето2.0 хештегы ҡуйырға ла онотмағыҙ. Иң күп лайыҡ йыйған шәп видео һәм яҙмалар авторҙары 10 июлдә акцияның район этаптарын йомғаҡлау сараларында ҡатнашасаҡ, ә 17 июндә Өфө ҡала хакимиәтендә үтәсәк тантанала бүләкләнәсәк.
Читайте нас: