+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
25 Июнь 2020, 20:04

"Мотоцикл" операцияһы башланды

Йәй еттеме, юлдарҙа мотоциклдар күбәйә. Велосипедтар ҙа уларҙан ҡалышмай. Был иһә юл хәрәкәтен ҡатмарлаштыра.

ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала ошо йыл башынан мототранспорт ҡатнашлығында 33 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 38-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Бөгөндән Башҡортостанда «Мотоцикл» иҫкәртеү операцияһы башланды. Уның маҡсаты - мотоцикл, скутер һәм мопед водителдәренең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү. Шулай уҡ теркәлеү үтмәгән мототехниканы асыҡлауға ла ҙур иғтибар бүленәсәк.
Фото Яндекстан.
Читайте нас: