Өфө ҡалаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығынан белдереүҙәренсә, мопедтарҙың, мотоциклдарҙың йәш водителдәренең юлға сығып, үҙҙәре өсөн дә, бүтән юл хәрәкәте ҡатнашыусылары өсөн дә хәүеф тыуҙырыуы төп мәсьәлә булып ҡала.
Атай-әсәйҙәргә балалары мототехника менән яҡшылап идара итергә өйрәнеп, йәштәре етеп, танытма алмайынса мотоцикл йә мопед алмаҫҡа кәңәш итәләр. Һаҡланыу экипировкаһы мотлаҡ. Автомобиль водителдәренә лә боролғанда, икенсе юлға сыҡҡанда, иғтибарлы булырға кәрәклеген иҫкәртәләр. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!