Юл фажиғәһендә күпме кеше һәләк була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында балалар ҙа бар. Ҡайһы берәүҙәр светофорға ла, юл билдәләренә ҡарамай, юл аша тиҙ генә сығам, тип бәләгә тарый.
Юл инспекторҙары ҡуйған был манекендар күптән кәрәк ине. Улар беҙҙе юл ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа иҫкәртеп торор, тип уйлайым. Һәр кем юл аша сыҡҡанда иғтибарлы һәм уяу булыр. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, дуҫтар. Юл ҡағиҙәләрен боҙмайыҡ!
Рузил АТАНҒОЛОВ, VIII «В» синыфы уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.