Әбйәлил районында 16 йәшлек үҫмер атаһының автомобиле менән идара итеп, ат менән ҡолонға барып бәрелә һәм фажиғә һөҙөмтәһендә машиналағы өс үҫмерҙең ғүмере өҙөлә. Икәүһе- дауаханала. Яҡындарына ниндәй ҡайғы... Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Республика Башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә тейешле ведомстволарға юлдарҙа ҡарауһыҙ йөрөгән аттар мәсьәләһенә нығыраҡ иғтибар бүлергә ҡушты.
Ә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 17 йәшлек егет тә атаһының автомобиленә ултырып сығып китеп, ҡаршы юлдағы машинаға бәрелә, ундағы ике бала зыян күрә. Бүтән бындай фажиғәләр ҡабатланмаһын ине.