0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
8 Ғинуар 2021, 03:15

Насар өлгө күрһәтмәйек!

Республикабыҙҙа балаларҙың юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.

Бындай фажиғәләр каникул, оҙайлы ял осоронда айырыуса йыш күҙәтелә. Саф һауала уйнағанда, мәктәпкә, балалар баҡсаһына юлланғанда, ҡайтҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү бәләгә килтереүе ихтимал. Эшкә ҡабаланып, ҡағиҙәләрҙе һанламай, машиналар геүләп торған юл аша йүгереп сыҡҡан ҡайһы бер ата-әсәләр ҙә балаға йыш ҡына насар өлгө күрһәтә. Ололарҙың был ҡылығы ҡыҙҙар һәм малайҙар күңеленә «тимәк, ярай» тигән орлоҡ һала. Битарафлыҡ арҡаһында күп баланың ғүмере өҙөлә.

Шундай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн беҙ «Яңы йылды юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәп ҡаршы алайыҡ» тигән конкурс иғлан иткәйнек. Ата-әсәләр бик әүҙем ҡатнашты. Кескәйҙәр ҙә ныҡ ҡәнәғәт ҡалды. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!

Рәсилә АСҠАРОВА,

«Йәйғор» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.
Читайте нас: