+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
8 Ғинуар 2021, 03:10

Юл ҡағиҙәләрен өйрәндек

Республикабыҙҙа юл-транспорт ваҡиғалары йыш булып тора. Шуға күрә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен машина йөрөтөүселәр генә түгел, йәйәүлеләр ҙә яҡшы белергә тейеш.

Уларҙы үтәмәү, һан­ға һуҡмау бәлә-ҡазаға алып килә лә инде.

Шуны уйлап, беҙҙең 75-се балалар баҡсаһында 13-сө төркөм тәрбиәләнеүселәре менән юл хә­рәкәте ҡағиҙәләре буйынса әңгәмә үткәрҙек. Балалар менән һүрәттәргә, уйынсыҡ машиналарға ҡарап, транспорт менән таныштыҡ, һуңғараҡ юл ҡа­ғиҙәләрен өйрәндек. Аҙаҡ инде «Төҫлө автомобилдәр» тигән сюжетлы-ролле уйын уйнап, белемдәребеҙҙе нығыттыҡ.

Кескәйҙәргә светофор­ҙың ни өсөн кәрәк икәнен дә аңлаттыҡ.

Юл йөрөү ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса ата-әсәләр менән дә эштәр алып барыла: әңгәмәләр үткәрәбеҙ, иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратабыҙ.

Эльмира БИКТАҺИРОВА, тәрбиәсе.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: