Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мәғариф органдары менән берлектә балалар араһында тематик әңгәмәләр, акциялар, конкурстар үткәрәсәк. Водителдәргә лә юлдарҙа балалар һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймауҙарын, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүҙәрен һорап мөрәжәғәт итәләр. ЮХХДИ инспекторҙары туҡталыштарға, йәйәүлеләр юл аша сыға торған урындарға яҡын, ихаталарҙа, парктарҙа айырыуса тиҙлекте кәметергә кәрәклеген иҫкәртә.