-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
16 Октябрь 2021, 11:15

Һаҡ булайыҡ юлдарҙа!

Юлдарҙа автомобилдәр геүләп кенә тора.

Һаҡ булайыҡ юлдарҙа!
Һаҡ булайыҡ юлдарҙа!

Транспорт күп булғанлыҡтан, улар­ҙың хәрәкәтен тәртипкә һалыу өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре лә индерелгән. Барлыҡ машина йөрөтөүселәр уларҙы өйрәнә һәм үтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған осраҡтар ҙа күбәйҙе. Шул арҡала юл фажиғәләренә осрап, кешеләр йәрәхәтләнә, һәләк була.
Юл йөрөү ҡағиҙәләрен водителдәр генә түгел, йәйәүлеләр ҙә яҡшы белергә тейеш. Шуға ла мәктәп уҡыусылары араһында ла аңлатыу эше алып барыла. Күптән түгел беҙҙең 2-се мәктәптә «Балалар хәүефһеҙлеге» аҙналығы иғлан ителеп, синыф сәғәттәре, төрлө синыфтан тыш саралар, балалар төшөргән һүрәттәрҙән күргәҙмә ойошторолдо.
Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙ ҡай­ҙа ғына йөрөһә лә. уға юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртергә онотмағыҙ. Уларҙы урамда яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, машина юлында уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Балағыҙҙы берүк кескәй саҡтан юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә өйрәтегеҙ!

Гөлназ ЙОСОПОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: