+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
23 Октябрь 2021, 18:43

Һаҡ булығыҙ юлдарҙа!

25 октябрҙән баш ҡалабыҙҙа «Иғтибар, балалар!» акцияһы старт ала.  Юлдарҙа балаларҙың йәрәхәтләнеүен иҫкәртеүгә арналған сара 12 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Һаҡ булығыҙ юлдарҙа!
Һаҡ булығыҙ юлдарҙа!

Ошо уңайҙан ЮХХДИ инспекторҙары юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары менән бергә белем биреү ойошмалары эргәһендә иҫкәртеү рейдтары үткәрәсәк, белем биреү усаҡтарының педагогтары тематик һәм синыфтан тыш дәрестәрҙә юлдарҙа һәм урамдарҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен хәтергә төшөрәсәк.

Ҡәҙерле йәш дуҫтарым! Бәлә – аяҡ аҫтында, тип халыҡ юҡҡа әйтмәйҙер. Ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа,  йөрөһәгеҙ ҙә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, һаҡ булығыҙ.  Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тиҙәр ҙә бит!

 

 

Фото: https://vk.com/publicguo.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: