+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Светофор
10 Ноября 2021, 08:35

Юлдарҙа һәләк булған балалар күп

2021 йылдың тәүге алты айында республикала балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларына эләгеү осраҡтары күбәйгән.

Юлдарҙа һәләк булған балалар күпЮлдарҙа һәләк булған балалар күп
Юлдарҙа һәләк булған балалар күп

219 юл һәләкәтендә балиғ булмағандар зыян күргән. Был былтырғыға ҡарағанда 61-гә күберәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 13 баланың ғүмере өҙөлгән, 2020 йылғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда, 7 кешегә күп. 246 ҡыҙ һәм малай тән йәрәхәттәре алған.

     Һәр 9-сы юл-транспорт ваҡиғаһы улар ҡатнашлығында була. Быйыл һәләк булған 12 баланың үлемендә өлкәндәр ғәйепле:автомобилдә тиҙлекте арттырғандар, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡандар. Шулай уҡ 125 сабый һәм үҫмер төрлө яралар алған.

Руль артындағылар – юл хәүефһеҙлеге талаптарын, йәйәүлеләр ҙә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен ине.  

Фото: gai5gor.blogspot.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас