+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
10 Ноябрь 2021, 15:09

Юлдарҙа һәләк булған балалар күп

Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса 2021 йылдың тәүге алты айында республикала балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларына эләгеү осраҡтары күбәйгән.

Юлдарҙа һәләк булған балалар күп
Юлдарҙа һәләк булған балалар күп

219 юл һәләкәтендә балиғ булмағандар зыян күргән. Был былтырғыға ҡарағанда 61-гә күберәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 13 баланың ғүмере өҙөлгән, 2020 йыл менән сағыштырғанда, 7 кешегә күп. 246 ҡыҙ һәм малай тән йәрәхәттәре алған.

     Һәр 9-сы юл-транспорт ваҡиғаһы улар ҡатнашлығында була. Быйыл һәләк булған 12 баланың үлемендә өлкәндәр ғәйепле:автомобилдә тиҙлекте арттырғандар, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡандар. Шул сәбәпле 125 сабый һәм үҫмер төрлө яралар алған.

Руль артындағылар – юл хәүефһеҙлеге талаптарын, йәйәүлеләр ҙә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен ине.  

Фото: gai5gor.blogspot.com

   

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: