+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Светофор
16 Ноябрь 2021, 11:44

“Хәүефһеҙ юлдар” онлайн-олимпиадаһы дауам итә

Дуҫтар, Учи.ру мәғариф платформаһында “Хәүефһеҙ юлдар”  Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы (https://olympiads.uchi.ru/uchiru/root) 19 ноябргә тиклем дауам итәсәк.  Ә һеҙ унда ҡатнаштығыҙмы әле?

“Хәүефһеҙ юлдар” онлайн-олимпиадаһы дауам итә
“Хәүефһеҙ юлдар” онлайн-олимпиадаһы дауам итә

Сара “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар”  милли проекты сиктәрендә ойошторолған.

   Олимпиадала I – IX синыф уҡыусылары үҙҙәренең белемен тикшереп ҡарай ала. Бының өсөн Учи.ру сайтындағы шәхси кабинетыңдың  логин менән пароле кәрәк буласаҡ. Тәүҙә сайтта юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса мәсьәләләр сисеп, күнекмәләр аша белемеңде нығытып алырға мөмкин. Ә олимпиада өсөн бер сәғәт ваҡыт бирелә. Нисә балл йыйыуың мәсьәләләрҙе сисеп бөткәс тә билдәле буласаҡ.  

   Әлеге ваҡытта “Хәүефһеҙ юлдар”  интернет-олимпиадаһында ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан тәүге биш төбәк араһында килә. 

 Фото: интернеттан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: